The Economist

The Economist (ингл. «Эко́номист») — инглиз телле аҙнаһына бер сыға торған яңылыҡтар  журналы (баҫма үҙен гәзит тип йөрөтә). Британ медиакомпанияһы The Economist Groupтыҡы.

Бөйөк Британияла 1843 йылдан бирле нәшер ителә. 2012 йылда тиражы 1 600 000 дананан артты, яртыһынан ашыуы Төньяҡ Америкала һатылды[1]. Глобаль йүнәлешлелеге арҡаһында The Economist саф инглиз баҫмаһы ғына итеп һаналмай.

Журналдың төп темалары — сәйәси ваҡиғалар, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, финанс, иҡтисад һәм эшлекле яңылыҡтар, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт. Журнал редакцияһы классик либерализм ҡараштарында тора.

1928 йылдан компания акцияларының яртыһы  Financial Times гәзитенеке булып тора, ә икенсе яртыһы бойондороҡһоҙ инвесторҙар ҡулында, улар араһында компания хеҙмәткәрҙәре һәм журнал хәбәрселәре күп.

  1. 'Economist' Magazine Wins American Readers. NPR. Дата обращения: 27 декабрь 2006. Архивировано 5 июнь 2012 года.

© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search